Меню Закрыть

Өфө кремле

Читать на русском

Өфө кремле 1574 йылда төҙөлә. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Хәҙер уның урынында Дуҫлыҡ Монументы урынлашҡан.

Кремль тигеҙ булмаған дүртмөйөш рәүешле, диуарҙары 440 метр тирәһе оҙонлоҡта һәм майҙаны 1,2 га тәшкил итә. Диуарҙары ергә ҡаҙып ултыртылған, өҫкә ҡарай ослайып торған имән бүрәнәләрҙән һалынған. Диуарҙарҙы буйынан-буйына өс башня һаҡлап торған, уларҙың икәүһе аша инеп-сығып йөрөргә мөмкин булған. Һигеҙ ҡырлы башнялар ике ҡатлы булып: төньяҡтағыһы – Михайловск, көньяҡтағыһы – Никольск, төньяҡ-көнсығыштағыһы Наугольный тип аталған. Михайловск башняһы ҡәлғәнең төп ҡапҡаһын һаҡлаған. Никольск башняһының ҡапҡаһы Соҡалаҡ йылғаһы буйындағы йорттар яғына ҡараған. Шуға был ҡапҡаны Соҡалаҡ ҡапҡаһы тип йөрөткәндәр. Дошман үтеп инә алмаһын өсөн ҡапҡа эскә ҡарай бөгөлөп яһалған.  Башняларға аталыштарына ярашлы иконалар эленгән. Ҡәлғә үҙәген Смоленск соборы (Троицк сиркәүе) биләгән, көньяҡҡа табан икмәк келәттәре һәм дары баҙҙары урынлашҡан, төньяҡта  воевода өйө, приказ йорто, төрмә, башҡа ҡаҙна һәм сиркәү ҡоролмалары булған.

XVII быуатта иң тәүге ағас сиркәү урынына таш собор төҙөлә.

1660 йылдарҙа Өфө кремле үҙгәртеп ҡорола. Ләкин ул баштағы оборона әһәмиәтен юғалта. Быға “Ҙур ҡәлғә” нығытмаларын төҙөү ҙә сәбәпсе була. Хәрби коллегия XVIII быуаттан алып уның оборона һәләтен һаҡлап ҡалыу өсөн сығымдар бүлмәй башлай. Емерелә башлаған ҡоролмалар 1759 йылғы янғында юҡҡа сыға. Баштағы кремлдән Смоленск соборы ғына ҡала һәм 1956 йылға тиклем тора.