Меню Закрыть

Александр-Невск часовняһы

Читать на русском

Александр-Невск часовняһына 1886 йылда ҡаланың 300 йыллығы айҡанлы нигеҙ һалына. Халыҡтан йыйылған хәйриә аҡсаһына төҙөлә. Ҡаланың 300 йыллығына һәйкәл ниәтендә ҡорола. Архитекторы – А. Семенов. 1889 йылдың 17 октябрендә изгеләштерелә, 1892 йылда төҙөлөш тулыһынса тамамлана.

Часовня Үҙәк (Ленин урамы) урам һәм Ҡунаҡһарайҙан, Ҡазан урамының үҙәгенән бер үк алыҫлыҡта булып, бик үҙенсәлекле урынлашҡан. Уның көнсығышында, Үҙәк (Ленин урамы) урамға ҡараған яғында, төҙөлөү ваҡыты һәм сәбәптәре яҙылған суйын таҡтаташ эленгән.

Часовня планға ярашлы 8,5 метрға 8,4 метр булған квадрат рәүешле һалынған. Бейеклеге – 24 – 26 метр. Бәләкәй булғанлыҡтан, ул үҙ аллы ҡорам һаналмаған, башта Спасск сиркәүенә, аҙаҡ Воскресенск соборына ҡараған. 1924 йылда емерелеп, урынына трамвай әйләнеше ҡоролған.