Изге Александр Невский хөрмәтенә төҙөлгән сиркәүгә нигеҙҙе 1824 йылда Өфөгә килгәнендә Александр I һала. Сиркәү 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙе һынландыра, 1836 йылда изгеләштерелә. Өс миһрабы (өҫтәмә алтарь) бар: төп миһрабы – Изге Александр Невский хөрмәтенә, уң миһрабы – Изге Ғазап сигеүсе Пантелеймон хөрмәтенә (1897 йылда изгеләштерелә), һул миһрабы – Изге Ғазап сигеүсе Екатерина хөрмәтенә (1899 йылда изгеләштерелә). Сиркәү ул осорҙағы ҡаланың иң бейек нөктәһендә урынлаша. 1931 йылда емертелә.