Меню Закрыть

Виденеев театры

Читать на русском

1861 йылда Өфөлә тәүге театр бинаһы барлыҡҡа килә. Ул граждан губернаторы Г.С. Аксаковтың ҡатыны Софья Александровнаның тырышлығы менән төрлө кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына төҙөлә. Аксаковтар ғаиләһендә матур театраль йолалар йәшәп килә. Театр Баҡса, Ильин, Телеграф һәм Воскресенск урамдары (хәҙерге Матросов, Вәлиди, Цюрупа, Туҡай урамдары) эргәһендә урынлашҡан. Тотошлайы менән ағастан булған театр бинаһы яҡынса 400 урынға иҫәпләнгән, партер, бенуара һәм бельетаж ложалары һәм галереяһы булған. Билет хаҡы 30 тиндән алып 5 һумға тиклем, губернатор ложеһындағы урын 12 һум торған. 1868 йылда театр бинаһы янып киткән. Өфө халҡы яңы ҡышҡы ағас бина төҙөр өсөн аҡса йыя башлаған. 7 – 8 ай эсендә төҙөлгән бина (архитекторы – Рудольф Осипович Карвовский) 1876 йылдың 9 майында тантаналы асылған. Иң күп аҡсаны (9000 һум) губернала билдәле шәфҡәт күрһәтеүсе Иван Фёдорович Базилевский биргән, уның хөрмәтенә театрға Базилевск исеме бирелгән.  

1892 йылдың 31 ғинуарында Софья баҡсаһындағы ҡышҡы театр янып киткән, икенсе йылына “театр тип йөрөтөлгән тар, бысраҡ һәм тәпәш кенә һарайға” ла ут ҡапҡан. Баҡса сауҙагәр Александр Кондратьевич Блохиндан   билдәле шәфҡәт күрһәтеүсе сауҙәгәр, араҡы һәм һыра заводтары хужаһы Василий Ильич Виденеевҡа күскән. Уның хөрмәтенә оҙаҡ ваҡыт дауамында баҡса Виденеев исемен йөрөткән. 1894 йылдың яҙында Виденеев баҡсала һәйбәт акустикалы йәйге ағас театр төҙөткән. 1894 йылдың 30 апрелендәге актта “театр тамашалары бинаһы ҡабул ителгән проект һәм техник протоколға ярашлы ныҡлы һәм дөрөҫ төҙөлгән” тип билдәләнә. Һуңыраҡ француз белгестәре был театрҙы Европаның иң сағыу ағас ҡоролмалары рәтенә индергән. 1895 йылдың йәйендә иһә бында “Кесе Мәскәү Император театры артистары товариществоһы”ның драматик труппаһы сығыш яһай. Театр сәхнәһендә СССР-ҙың буласаҡ халыҡ артисткаһы А.А. Яблочкина, танылған актер Ф.П. Горевтар уйнай.

Виденеевтың йәйге театры бинаһы XIX быуат Рәсәй театрҙары биналары араһында иң яҡшыларынан һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм тергеҙеү хәрәкәте йоғонтоһонда Видинеев театрын тергеҙеү буйынса кәрәкле документтар әҙерләнә, 1993 йылға был эш тамамланырға тейеш була. Ғәжәйеп ағас архитектура ҡоролмаһы һаналған Виденеев театрын 1991 йылдың көҙөндә емерәләр.