Өфөнөң беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған 1866 йылғы иң боронғо фотолары Петровтың фото оҫтаханаһында эшләнгән. Ошо мәлдәрҙә ҡалала тәүге фотографтар эшләй башлай. 1879 йылғы ҡала халҡы иҫәбен алыу барышында Өфөнөң 48-се кварталында Оло Ҡазан (Октябрь революцияһы), Телеграф (Цюрупа), Оло Успенск (Коммунистик) һәм Спасск (Яңы күпер) урамдары сиктәрендә “2 фотограф” оҫтаханаһы теркәлә, унда 2 фотограф һәм 1 ярҙамсы эшләй.
Пенза мещаны Иван Кириллович Волков иң билдәле Өфө фотографтарының береһе була. 1888 йылдың 4 апрелендә ул фото оҫтаханаһы асыу хоҡуғы танытмаһын ала. Волковтың фото оҫтаханаһы күсеп йөрөп эшләй, башлыса Оло Ҡазан урамының 9-сы йортонда, Виденеев йортонда урынлаша.